Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яман һүҙҙән, насар күҙҙән һаҡлай, тиҙәр...

Тел-теш ҡырҡтырыуҙы тел-теш төйөү ҙә тиҙәр. Йәнәһе ҡарғыштан, ғәйбәттән, яман һүҙҙән, насар күҙҙән дауалау ырымы. Бәлә-ҡазанан һаҡлай. Кемдер был халыҡ дауаһына, им-томға ышана, кемдер ҡырҡа ҡаршы. Тел-теш ҡырҡыу ярҙам итте тип һанаған кешеләрҙән бер нисә миҫал килтерергә рөхсәт итегеҙ. Р. Йәһүҙина:- Һүҙҙең ҡеүәте көслө. Ә инде ҡарғыш-рәнйеш,алама һүҙҙән әүәл-әүәлдән ата-бабалар ошо рәүешле лә дауаланған, бары тик дауалаусыға ышанырға кәрәк. Бының ише дауалау алымдары быуаттар аша халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады аша беҙҙең көнгәсә килеп еткән икән, тимәк, дөрөҫ. Бер үк дарыу ҡайһы кешегә килешә, ҡайһыһына юҡ, бындай дауалау алымдары ла төрлө кешегә төрлөсә тәьҫир итергә мөмкин. Ҡайһы осраҡта табиптар үҙҙәре үк халыҡ дауалаусыларына мөрәжәғәт итегеҙ тип әйтә. Й. Йәрмөхәмәтова:- Заманында ике мәҙрәсә тамамлаған Мөслимә инәйем бар ине. Башҡорт, татар, фарсы, ғәрәп, төрөк телдәрен яҡшы белә ине. Миңә 7-8 йәштәр тирәһе ине, беҙҙең бал ҡорттары үлеп бөттө, башмаҡғыбыҙ ҡаянан осоп үлде, өс һуғымлыҡтын береһе ҡалманы. Оло һыйырыбыҙ бар, шуны тотонорбоҙ, тигән ине атайым, ул һыйырҙы ла айыу ашаны. Ҡыш көнө дүрт ай эсендә беҙҙең бер мал ҡалманы. Атайым өләсәйем Әсмәбикә менән Мөслимә инәйҙе алып ҡайтты. Тел-теш ҡырҡтылар. Ҡөрьән-Кәрим сыҡтылар. Көйләп Аллаһ Тәғәләнең гүзәл исемдәрен уҡып сыҡтылар, үҙҙәре намаҙ ҙа уҡый ине. Ошо доғаларҙан һуң беҙҙең бер мал да үлмәне, нисә йылдар үтһә лә. Ф. Хафизова:- Минең оло улым имсәк сағында бүһерҙән ыҙаланы, төн дә юҡ, көн дә юҡ - иланы, район балнисы "скорый" менән Магнитогорскиға ебәрҙе. Унда, балағыҙ бәләкәй әле операцияға, әбейҙәргә барып ҡарағыҙ, тинеләр. Ул балаҡайымдың бүһерен Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан Бәширә тигән инәйҙең ҡәйнәһе әмәлләне. Балаҡайыма дүрт ай тулғас, тағы барҙым Магнит балнисына, теге табип, а сейчас что вас беспокоит, ти. Мин, всё нормально, тинем. Тогда езжайте домой, тине. Шул балама, Аллаға шөкөр, быйыл 41 йәш тула. Үтәгән әбейенән һуң һин дә мин, дүрт бала атаһы. Кәримә Усманова фотоһы. Сығанаҡ: https://vk.com/wall-39371288_5052237