Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөгә Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад органдарының коррупцияға ҡаршы форумында ҡатнашыу өсөн килгән Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе Роман Артюхин менән осрашты. - Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы форум үткәрергә ҡарар иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Емешле эшләү өсөн тейешле шарттар булдырырбыҙ тип ышанам, - тине Радий Хәбиров. - Республика йылдам үҫешә, беҙ федераль дәүләт власы органдары менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итәбеҙ. Федераль бюджет линияһы буйынса төбәккә милли проекттар, инфраструктура һәм социаль программалар сиктәрендә байтаҡ аҡса килә. Был йәһәттән ҡаҙнасылыҡ роле юғары. Һәм беҙҙә эшлекле хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Осрашыуҙа республикала федераль бюджетты үтәү һөҙөмтәлелеге, аҡсаны маҡсатҡа ярашлы тотоноуҙы контролдә тотоу һәм Башҡортостанда ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Радий Хәбиров Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһенә төбәк менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм быйыл Рәсәйҙең дәүләт финанс контроле органдары булдырылыуға 100 йыл тулыу менән ҡотланы. Фото: glavarb.ru
Башҡортостан Башлығы Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе менән осрашты
19 июля 202319 июл 2023
~1 мин
Осрашыуҙа республикала федераль бюджетты үтәү һөҙөмтәлелеге, аҡсаны маҡсатҡа ярашлы тотоноуҙы контролдә тотоу һәм Башҡортостанда ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.