50 йыл бергә йәшәп тә бер-береһенә хөрмәт һәм һөйөүҙәрен һаҡлай алған парҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Татыулыҡ серен Өфө ҡалаһында йәшәгән Зөһрә Хәләф ҡыҙы һәм Хәтмулла Абдулла улы Вәлирахмановтар яҡшы белә. Бер-береңде аңларға, ғәфү итергә тырышһаң, хәстәрлек күрһәң, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин, тип иҫәпләй тормош юбилярҙары. Улар ошо көндәрҙә алтын туйҙарын билдәләп, матур теләктәр тулы ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итте.Тағы ла бер шатлыҡлы ваҡиға: күркәм ғаилә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән наградланды. Республикабыҙҙа ғаиләне һәм әсәлекте яҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау, ата-әсә хеҙмәте әһәмиәтен күтәреү – дәүләт ғаилә сәйәсәтенең өҫтөнлөклө бурысы. Быйыл Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө хөрмәтенә республикала йәшәгән ирле-ҡатынлы 70 пар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән наградланды. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.