Һеҙгә яҡын туғанығыҙ исеменән таныш булмаған телефондан шылтыратып, юл-транспорт фажиғәһендә, йә булмаһа башҡа осраҡта кешегә зыян килтереүе тураһында хәбәр итәләр. Енәйәт эшенән ҡасыу өсөн, зыян күреүсенең туғандарына аҡса бирергә кәрәклеге хаҡында һөйләйҙәр. Сайт аша тауарҙар һатыу/һатып алыу. Әгәр ҙә тауарҙың хаҡы үтә осһоҙ булһа – шикләнергә урын бар. Шулай уҡ һатып алыусы тауарҙы күрмәйенсә алырға йыйынһа, йә банк картаһы тураһында мәғлүмәт һораһа – һаҡ булығыҙ. Оло йәштәгеләргә йыш ҡына алдыҡ смс-хәбәрҙәр килә. Мәҫәлән, автомобиль отоуы, йә карталарына блок ҡуйылыуы тураһында һәм башҡалар. Был осраҡтарҙа һылтанмалар аша күсмәү мөһим. Банктан шылтыратыу. Мутлашыусылар һеҙҙең карталағы аҡсаға ҡурҡыныс янауы тураһында хәбәр итеп, реквизиттар һәм пароль һорай. Әгәр ҙә мәғлүмәтте бирһәгеҙ, һеҙҙең аҡсағыҙ юҡҡа сыға. Ошондай осраҡтарҙа һаҡ булыуығыҙ һорала. Шулай уҡ таныш булмаған телефондан шылтыратыуҙы алмаҫҡа, шикле һылтанмалар аша күсмәҫкә, карта мәғлүмәттерен бер кемгә лә бирмәҫкә кәңәш ителә. Фото: 02.мвд.рф