Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Бөрйәно-төрөкский" әхирәт ҡайтҡан

Башҡорт халҡының бынамын тигән ул-ҡыҙҙары күп. Уларҙы күрә белергә, күтәрергә, ҡанатланlырырға кәрәк. Яңыраҡ социаль селтәрҙә Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова ошондай шәп башҡорт ҡыҙы менән таныштырҙы. Беҙ ҙә уның һөйлгәндәрен һеҙгә еткерергә булдыҡ. “Бөрйән тиһең дә сабаһың”, тиҙәр ҙә торалар. Сабам шул. Тәбиғәтенә ғашиҡмын. Көткән дуҫтарым, мин тип йән атҡан әхирәттәрем, матур, ихлас таныштарым бар. Бына әле бер миҙгелгә генә тыуған яҡтарына Зөлфиәм ҡайтҡан. Ағиҙелдә һыу инеп, Алағуян ярында уйнап үҫкән сая, ныҡыш, маҡсатлы, уңған башҡорт ҡыҙы Зөлфиә Юлсуринаны бында белмәгән кеше юҡтыр. Шәп блогер тип тә беләләр уны. Һөйләшеүгә ихлас, күңеле шар асыҡ әхирәтем Бөрйәндә шәхси магазиндар асып, текә эшҡыуар булып танылғайны. Башҡорт китаптарын, күңелгә ятышлы әйберҙәрҙе, балалар кейем-һалымын, заманса уйынсыҡтарҙы тик уның магазинында ғына табып була торғайны. Бөрйәндә, Өфөлә яйға һалынған бизнесына ҡуш итеп, сит илдә лә эшмәкәрлеген йәйеп ебәрҙе Зөлфиә.

Башҡорт халҡының бынамын тигән ул-ҡыҙҙары күп. Уларҙы күрә белергә, күтәрергә, ҡанатланlырырға кәрәк. Яңыраҡ социаль селтәрҙә Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова ошондай шәп башҡорт ҡыҙы менән таныштырҙы. Беҙ ҙә уның һөйлгәндәрен һеҙгә еткерергә булдыҡ. “Бөрйән тиһең дә сабаһың”, тиҙәр ҙә торалар. Сабам шул. Тәбиғәтенә ғашиҡмын. Көткән дуҫтарым, мин тип йән атҡан әхирәттәрем, матур, ихлас таныштарым бар. Бына әле бер миҙгелгә генә тыуған яҡтарына Зөлфиәм ҡайтҡан. Ағиҙелдә һыу инеп, Алағуян ярында уйнап үҫкән сая, ныҡыш, маҡсатлы, уңған башҡорт ҡыҙы Зөлфиә Юлсуринаны бында белмәгән кеше юҡтыр. Шәп блогер тип тә беләләр уны. Һөйләшеүгә ихлас, күңеле шар асыҡ әхирәтем Бөрйәндә шәхси магазиндар асып, текә эшҡыуар булып танылғайны. Башҡорт китаптарын, күңелгә ятышлы әйберҙәрҙе, балалар кейем-һалымын, заманса уйынсыҡтарҙы тик уның магазинында ғына табып була торғайны. Бөрйәндә, Өфөлә яйға һалынған бизнесына ҡуш итеп, сит илдә лә эшмәкәрлеген йәйеп ебәрҙе Зөлфиә. Бына бер нисә йыл әхирәтем Төркиәнең Анталья ҡалаһында йәшәй. Унан бигерәк хәтәр шәп автоледи Зөлфиә - машинаны уйынсыҡ кеүек тә күрмәй. Анталья-Бөрйән араһын "ыһ" та итмәй, машинаһында үтә. Нисек һоҡланмайһың инде шунан?! Төркиәлә фатирлы булып ҡына ҡалманы Зөлфиә, башҡаларға ла шәп фатирҙар һайларға ярҙам итеп тора. Төркиәнең туристар таҡырайтып бөткән һуҡмаҡтарынан йөрөтмәй, хәтәр шәп урындарҙы күрһәтеүҙе лә ойоштора. Уникаль турҙар авторы. Тыуған яҡтың ризыҡтарын һағынғандарға милли аш-һыуҙарыбыҙҙы тәҡдим итеүсе лә ул. Тағы ла уның мәрхәмәт тулы йөрәкле булыуы өсөн айырыуса хөрмәт итәм уны. Иҫләйһегеҙме, Андрей Малаховтың тапшырыуында ауыр яраларҙан яфаланған егетте әсәйҙәрсә хәстәрлек менән тәрбиәләгән төрөк ҡатыны Гөлсөм ханымды? Егеткә Өмөт тип исем биреп, һуңғы һулышына тиклем ҡараған Гөлсөм менән бергә Зөлфиә әхирәтем - Төркиәлә танылған мәрхәмәтлек акцияларын үткәреүселәр. Күп балалы, мохтаж ғаиләләргә аҙыҡ-түлек, кейем һалым, урын кәрәк-ярағы тараталар, байрамдарға саҡыралар. Уларҙы унда телевизорҙан да күрһәттеләр, гәзиттәрҙә лә яҙып торалар. Зөлфиә төрөксә һөйләшергә өйрәнерме икән, тип тәүҙәрәк борсола инем, хәҙер һатып ебәрер! Сос булыуҙың бер зәхмәте инде. Улы Артур төрөк мәктәбендә белем ала, кеселекле, итәғәтле егет булып үҫеп килә. Бәләкәсе Рәхимдең теле башҡортса асыла башлауына ҡыуандым. Бына шундай шәп әхирәтем бар минең, бөрйәно-төрөкский әхирәтем!" - тип уртаҡлашты Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы. Фото: Гөлсөм Монасипованың социаль төркөмдәге сәхифәһенән.