Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә финанс-иҡтисади органдарының корпоратив мәҙәниәтен һәм спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән Спартакиада үтте. Сараны Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе Роман Артюхин, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының финанс министры Лира Иғтисамова һәм Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов асты. Спартакиада ҡатнашыусылары волейбол, өҫтәл теннисы, дартс, атыу, арҡан тартыу һәм йөҙөү буйынса көс һынашты. Ярыштарҙа Мәскәү ҡалаһынан, Үҙәк, Төньяҡ-Көнбайыш, Көньяҡ, Төньяҡ Кавказ, Урал, Себер, Алыҫ Көнсығыш һәм Волга буйы федераль округтарынан командалар ҡатнашты. Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик һәм Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов Спартакиада еңеүселәрен һәм призерҙарын кубоктар һәм дипломдар менән бүләкләне. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/21433/
Ҡатнашыусылар волейбол, өҫтәл теннисы, дартс, атыу, арҡан тартыу һәм йөҙөү буйынса көс һынашты.