Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Һине яңғыҙ ҡалдырырға теләмәнем...”

"Һөйкөмлө, матур, сабыр, тоғро, уңған, тырыш әсә һәм ҡатын булған Индира – күптәр өсөн өлгө ул. Бөгөн ул тыуған көнөн билдәләй. Уға - 29 йәш. “Һигеҙ йыл элек һинең тыуған көнөңдә мин ете көнлөк команан сығып, тормошҡа ҡайттым. Һине күргәс, иланым, күҙ йәштәре үҙенән-үҙе аҡты. Казарма емерелеп төшкәс, мин һинең менән мәңгегә хушлаштым... Әммә һине яңғыҙ ҡалдырырға теләмәнем, Индирамдың башҡа кешегә эләгеүен теләмәнем. Мөхәббәтебеҙҙең сафлығы шундай ҙур көскә эйә булды. Ул мине теге донъянан ҡайтарҙы”. Рөстәм Нәбиев үҙенең Индира менән бәхетле киләсәгенә ышаныуы хаҡында яҙған, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыу мөкинлеген биргәне, ире итеп һайлағаны өсөн рәхмәт белдергән. “29-сы тыуған көнөң менән, батшабикәм! Мин һине яратам”, - тип яҙған Рөстәм Нәбиев. Беҙ ҙә Индираны ғүмер байрамы – тыуған көнө – менән ҡотлайбыҙ. Рәстәм менән икеһенең бәхеттә, балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп, имен-һау йәшәүен теләйбеҙ. Фотолар: vk.com/rustam.nabiev92