21 июлдә Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ермолаевка ауылында “ТехТранс” предприятиеһында булды. Унда металл цистерналар, нефть йылытыу өсөн мейестәр һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн төрлө типтағы контейнерҙар эшләйҙәр. Радий Хәбиров продукция өлгөләре менән танышты һәм завод етәкселеге менән артабанғы үҫеш пландарын тикшерҙе. “ТехТранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Игорь Ступин хәбәр итеүенсә, предприятиела 25 кеше эшләй. 2022 йылдың мартынан импортты алмаштырыу сиктәрендә сәғәтенә 80 тонна ҡатнашма етештереү ҡеүәтенә эйә булған мобиль асфальт-бетон заводтары етештереү буйынса яңы линия эшләй башлай. Проектҡа 25 миллион һумдан ашыу инвестиция һалынған һәм тулы цикллы етештереү ойошторолған. Әҙер продукцияны илдең 13 төбәгенә оҙаталар. Асфальт-бетон заводтары федераль трассалар төҙөлөшөндә киң ҡулланыла. «ТехТранс» предприятиеһы инженерҙары билдәләүенсә, уларҙың продукцияһы сифаты буйынса сит ил аналогтарынан ҡалышмай. Предприятие ет
“Инвестиция сәғәте”нә “ТехТранс” компанияһын саҡырылды
21 июля 202321 июл 2023
1 мин