Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Шотт паркын төҙөкләндереү 2025 йылда тамамланасаҡ

Бөгөн Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шотт паркында булды. Уны “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса төҙөкләндерәләр. Муниципалитет хакимиәте башлығы Юлай Ильясов һөйләүенсә, паркка 1850-1860 йылдарҙа урындағы алпауыт Ипполит Шотт нигеҙ һалған. 10,2 гектар майҙанда ҡарағас, ҡарағай, йүкә, муйыл, уҫаҡ, ҡайын, ирга, сирень, гөлйемеш, энәлек үҫә. Ә 1988 йылда парк Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелә, ул “Тәбиғәт ҡомартҡыһы” исемен йөрөтә. Йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү 2021 йылда башлана. Бында үҙәк үткәүелгә асфальт түшәлгән, йәйәүлеләр һәм велосипед юлдары һалынған, инеү урындары һәм ҡойманың бер өлөшө яңыртылған. Шулай уҡ сүп-сар һауыттары менән эскәмйәләр ҡуйыла, парк яҡтыртҡыстары һәм видеокүҙәтеү системаһы монтажлана. 2022 йылда парк территорияһында күлдең яр буйы төҙөкләндерелә. Яр буйлап терраса таҡтаһынан тротуар һалалар, ә төшөү юлын бордюрлы плитәнән эшләйҙәр. Шулай уҡ ҡы

Бөгөн Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шотт паркында булды. Уны “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса төҙөкләндерәләр. Муниципалитет хакимиәте башлығы Юлай Ильясов һөйләүенсә, паркка 1850-1860 йылдарҙа урындағы алпауыт Ипполит Шотт нигеҙ һалған. 10,2 гектар майҙанда ҡарағас, ҡарағай, йүкә, муйыл, уҫаҡ, ҡайын, ирга, сирень, гөлйемеш, энәлек үҫә. Ә 1988 йылда парк Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелә, ул “Тәбиғәт ҡомартҡыһы” исемен йөрөтә. Йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү 2021 йылда башлана. Бында үҙәк үткәүелгә асфальт түшәлгән, йәйәүлеләр һәм велосипед юлдары һалынған, инеү урындары һәм ҡойманың бер өлөшө яңыртылған. Шулай уҡ сүп-сар һауыттары менән эскәмйәләр ҡуйыла, парк яҡтыртҡыстары һәм видеокүҙәтеү системаһы монтажлана. 2022 йылда парк территорияһында күлдең яр буйы төҙөкләндерелә. Яр буйлап терраса таҡтаһынан тротуар һалалар, ә төшөү юлын бордюрлы плитәнән эшләйҙәр. Шулай уҡ ҡыҙыныу ятаҡтары менән пляж, пирс, тренажер майҙансығы, сәхнә булдырыла. Төбәк етәксеһе яңыртылған йәмәғәт киңлеген ҡараны һәм урындағы халыҡ менән аралашты. Улар республика етәкселегенә уңайлы ял урыны булдырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа иң яҡшы төҙөкләндереү проекттары бөтә Рәсәй конкурсында паркты төҙөкләндереү концепцияһында ҡатнашыу өсөн ғариза биреү мәсьәләһен тикшерергә ҡушты. – Башланған эштәрҙе дауам итергә, Шотт паркын комплекслы төҙөкләндереүҙе 2025 йылда тамамларға кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, миңә Ермолаевка, Көйөргәҙе районы бик оҡшаны. Бында кешеләр эшләй. Муниципалитетҡа артабан да уңыштар теләйем! Сығанаҡ: glavarb.ru