Бөгөн Көйөргәҙе районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Баҫыу көнө-2023" төбәк-семинар кәңәшмәһендә ҡатнашты. Бындай семинарҙар үткәреү республикала матур йолаға әүерелгән һәм, ғәҙәттәгесә, төбәктең биш климатик зоналарында урып-йыйыу кампанияһы башланыр алдынан үткәрелә. Тәүге семинар-кәңәшмә Көйөргәҙе районының Киров исемендәге хужалыҡ базаһында үтте. Сарала ауыл хужалығы тармағы белгестәре, район хакимәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралыҡтары етәкселәре, агросәнәғәт предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәү сиратта “Баҫыу көнө-2023”-тә ҡатнашҡан һәм үҙ яңылыҡтарын, техниканы тәҡдим иткән ойошмаларҙың эшмәкәрлеге менән танышып сыҡты. Алдынғы ғилми ойошмалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һәм орлоҡ етештереүселәр үҙ эшләнмәләре менән таныштырҙы. Башҡортостан Башлығына бойҙай, борсаҡ, ужым арыш, картуф, емеш-еләк культураларының яңы төрҙәре тураһында һөйләнеләр. Республиканың 60-ҡа яҡын орлоҡ етештереү предпри