Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин махсус хәрби операция биләмәһендә яҡташы Максим Валерьевич Патраковтың (позывнойы «Тополь 55») юғалғанын хәбәр иткән. "Максим Валерьевич Патраков, 1993 йылдың 24 авгусында тыуған. Туғандары менән бәйләнешкә һуңғы тапҡыр 2022 йылдың 9 сентябрендә сыҡҡан.Һуңғараҡ уның хеҙмәттәштәре Изюм ҡалаһы янындағы Веселое ауылынан алыҫ түгел ҡамауға эләккәндәрен хәбәр итә. Максимдың билдәләре: арҡаһында һәм уң ҡулында ике татуировкаһы бар. Әгәр һеҙ йәки яҡындарығыҙ, таныштарығыҙ Максимдың ҡайҙалығын йәки юғалыу тарихын белһә, был турала Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеүегеҙ һорала", - тип телефондарын да биргән хакимиәт етәксеһе. Фото: https://vk.com/id133312329