Дәүләт Думаһы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларҙың торлаҡҡа бәйле хоҡуҡтары тураһында закон ҡабул итте. Төҙәтмәләргә ярашлы, етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар 21 йәш тулғандан һуң торлаҡ сертификаты алыу мөмкинлегенә эйә. Был нормаларҙың иң элек Рәсәй төбәктәре тарафынан ҡабул ителеүе кәрәк. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың етем ҡалған балалары сертификат алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә. Тәүҙәрәк закон проектында йәш сиге 23 йыл менән билдәләнгәйне. “Торлаҡ сертификаттары етем балаларҙы торлаҡ менән тәмин итеү проблемаһын хәл итеүҙә тәьҫирлеген күрһәтте. Төбәктәрҙең күпселегендә бындай программалар эшләй. Йәш сиген 21 йылға тиклем кәметеү төбәктәргә етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү бурысын адреслы һәм тиҙерәк хәл итергә булышасаҡ”,–тигән аңлатма бирҙе Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин. 2022 йылда Башҡортостанда етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған 945 бала торлаҡ менән тәьмин ителде. Фото: “Башинформ”.