Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәрхәмәтлек буш һүҙ түгел

Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәренең 14-се бригадаһы Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Берҙәм командала төрлө белгестәр: отоларинголог, стоматолог, кардиолог, офтальмолог, травматолог һәм башҡалар эшләй. Улар өсөн “миһырбанлыҡ”, ”шәфҡәтлелек” һүҙҙәре буш һүҙ түгел. Табиптар диспансерлаштырыу үткәрә, планлы һәм экстрен тикшереүҙәргә пациенттарҙы ҡабул итә. Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының ультратауыш диагностикаһы табибы Диләрә Рахманғолова Красный Луч ҡалаһында командировкала икенсе тапҡыр инде. Тәү тапҡыр ул 2022 йылда булған, тип яҙа “Башинформ”. –Луганск Халыҡ Республикаһына килгән табиптарҙың күпселеге Өфөнән. Республика балалар клиник дауаханаһынан, 5-се, 13-сө, 17-се ҡала дауаханаларынан, шулай уҡ район медицина учреждениеларынан килгән табиптар бар. Командировкала булыу ваҡыты төрлөсә. Мин былтыр беренсе смена составында 11 майҙан 15 июнгә тиклем булдым. Ә быйыл 15 майҙан алып эшләйем,– ти ул. Табиптар урындағы халыҡты ҡабул итә, кәрәк саҡта хәрбиҙәрҙе лә дауалай. Уның әйтеүенсә, тейешле бөтә кәрәк-яраҡ бар, республика был яҡтан ҙур ярҙам күрһәтә. Көнкүреш шарттары ла һәйбәт. ”Халыҡтың мөнәсәбәте беҙгә ҡарата яҡшы.Улар беҙгә ярҙамыбыҙ өсөн рәхмәт әйтә. Беҙ ысын күңелдән ярҙам итергә теләйбеҙ, барыбыҙҙы ла берҙәмлек, миһырбанлыҡ тойғолары берләштерә”, – ти белгес. Диләрә Рахманғолова хеҙмәт юлын акушер-гинеколог булып башлаған, тармаҡта 17 йыл эшләй. Былтырғы сменала фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Мәрхәмәтлек” билдәһе менән наградланған. Уны табипҡа Красный Луч ҡала хакимиәте башлығы Сергей Соловьев тапшырған. Яҙмыш ҡайҙа ғына ташламаһын, Диләрә Рахманғолова табиплыҡ бурысын намыҫлы үтәйәсәген белдерә. Фото:”Башинформ”.