Башҡортостан Республикаһы Луганск Халыҡ Республикаһының бер нисә тораҡ пункына ярҙам итә. Ошо көндәрҙә “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре 11 саҡрым самаһы юлды ремонтлаған. Мәҫәлән, Красный Луч һәм Хрустальное, шулай уҡ Хрустальное һәм Вахрушев ҡалалары араһындағы юлдарҙы төҙөкләндергәндәр. Хәҙер “Красный Луч” юл ремонлау-төҙөү идаралығы белгестәре Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһында юлдарҙы ремонтлай башлаған. Эштәр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәләк булған яугирҙәре иҫтәлегенә обелиск алдындағы майҙанда, шулай уҡ Почта, Беренсе Май һәм Ленин урамдарында алып барыла. 2023 йылда дөйөм оҙонлоғо яҡынса 26 км булған 16 объектта юл тергеҙеү эштәрен башҡарыу планлаштырыла. Бөтә эштәрҙе 15 декабргә тиклем тамамлау планлаштырылған. Фото: Башинформ.