Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугирҙең ғаиләһенә бесән сабып биргән

Иглин районының Үктәй ауыл советы депутаты Салауат Мостафин мобилизацияланған ауылдашының ғаиләһенә бесән сабып биргән Был хаҡта "Урмансы" позывнойлы яугирҙең атаһы Ришат Байтуғанов һөйләгән. Ришат Флүр улы Келәш ауылында йәшәй, 30 йылдан ашыу ҡатыны менән мал-тыуар аҫрап, донъя көтә. Ике балалары - улы менән ҡыҙы, ейәндәре бар. – Улым, сентябрҙә повестка алғас та, махсус хәрби операцияға юлланды, апрелдә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте, - ти Ришат ағай. - Әлбиттә, беҙ уның өсөн борсолабыҙ, ләкин ул бер ҡасан да зарланмай, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Депутат Салауат Мостафин Үктәй ауыл биләмәһе яугирҙәренең ғаиләләренә даими ярҙам күрһәтә. Был юлы ла үҙенең тракторында 2,5 гектарға яҡын майҙанда үлән сапҡан. Ришат Байтуғанов әйтеүенсә, ҡышҡыһын малдарға бесән етергә тейеш. Фото һәм текст сығанағы: "Башҡортостаным.Яңылыҡтар" төркөмөнән