Һеҙҙең ошолай ҡул эштәре менән биҙәлгән, сағыу йорт күргәнегеҙ бармы икән? Ҡалтасы районының Оло Туғанай ауылында йәшәүсе Лилиә Ғәләкбәрованың йортона инһәң,ысынлап та, күргәҙмәлә йөрөгән һымаҡ булаһың. Йортоноң икенсе ҡаты музей һымаҡ йыһазландырылған. Унда ҡул эштәренең ниндәйен генә күрмәҫһен. Сигелгән мендәр тыштары, балаҫтар, япмалар – һанап осона сығырлыҡ түгел. –VI-VII класта уҡығанда әсәйем бәйләргә өйрәткәйне. Сигеү серҙәренә әхирәттәрем менән төшөндөк. Шул ваҡыттан килә был оҫталыҡ. Күңел һалып эшләһәң, әлбиттә, матур килеп сыға. Мендәрҙәргә сигеү өсөн һүрәттәрҙе төрлө ерҙән ҡарайым, бер-беребеҙҙән дә күсерәбеҙ. Хәҙер бик сигеп бармайым. Ләкин ҡышҡы кистәрҙә бәйләргә яратам, –тине Лилиә Һиҙиәт ҡыҙы. Лилиә ханымдың йортонда туҡылған балаҫтарға ла иғтибар иттем. Күп ваҡыт үтһә лә улар үҙенең төҫөн , йәмен юғалтмаған. –Был ҡәйнәм һуҡҡан балаҫтар. Хәҙер уларға 60 йылдан ашыу ваҡыт үткән.Беҙҙә ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана. Әсәйем дә ошондай балаҫтар һуға ине, –тип һөйләне ул. Ҡулы оҫта, матурлыҡ яратҡан кешенең, ғөмүмән, донъяһы балҡып тора. Ҡапҡанан килеп инеү менән тәртип, матурлыҡ бөркөй. Ярты баҡсаһы төрлө-төрлө сәскәләр менән тулы, тиһәм дә хата булмаҫ. Тырыштарҙың ғына донъяһы шулай балҡып ултыра. Автор фотолары.