Өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы ғаиләгә ҡабул итеү буйынса закон ғәмәлгә ингәс, йәғни 2017 йылдан алып, Башҡортостанда 285 килешеү төҙөлгән. Әлеге ваҡытта республикала ошондай 114 ғаилә бар, уларҙа 115 өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар йәшәй. - Программа ғәмәлдә булғандан алып өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы өйөндә ҡарау йөкләмәһен алған граждандарҙы бүләкләү өсөн төбәк бюджетынан 59 миллиондан ашыу һум аҡса бүленде. Был закон стационарҙарҙы алмаштырған технологияларҙы үҫтереү өсөн ҡабул ителгән һәм ошо программа ҡарауға мохтаж кешеләрҙе интернаттарға урынлаштырыуҙың альтернативаһы булып тора, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Өлкән йәштәге кешене йәки инвалидты тәрбиәгә алған ғаиләнең килеме даими ҡарауға мохтаж кешенең пенсияһын – уның 75 процентын – ай һайын күсереүҙән килгән аҡсанан хасил була. Бынан тыш, ҡараған кешегә 6200 һум күләмендә аҡса түләү ҡаралған. Әгәр ғаиләгә I төркөм инвалид йәки 80 йәштән олораҡ кеше алынһа, ай һайын түләнгән а