Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Рәсәй – мөмкинлектәр иле" аныҡ мөмкинлектәр аса

Биш йыл эшләү осоронда "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" ойошмаһы программаларында ҡатнашыусылар үҙҙәрен күрһәтә, талантын, һөнәри потенциалын, бизнес–идеяларҙы, йәмәғәт башланғыстарын тормошҡа ашыра. Платформа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән төҙөлгән. Мәләүез ҡалаһы 8-се мәктәбенең география уҡытыусыһы Наталья Ҡунаҡбаева "ТопБлог" программаһының 2-се миҙгеле финалына етте. Уның һүҙҙәренсә, проект платформа бирә, унда уҡытыусы үҙенең белеме, тәжрибәһе һәм идеяларын аудитория менән уртаҡлаша. Төрлө темалар буйынса мәҡәләләр яҙырға, кәңәштәр бирергә, ижадың менән уртаҡлашырға бирелгән мөмкинлек өсөн Наталья платформаға рәхмәтле. Хәҙер блогер-уҡытыусы яңы программа һайлай – ҡатнашыусыларҙы теркәү платформаның 13 проектында асыҡ һәм үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы шарттар бар. "Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, проектта 150 илдән коллегаларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ ҡатнашты", - тине Владимир Путин "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" ойошмаһының Күҙәтеү советы ултырышында. Фото: "Россия - страна возможностей" сайты.