Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һанаулы ғына көндәр ҡалды

“Беҙ бергә. Спорт” халыҡ-ара йәйге сурдлимпия уйындарының башланыуына аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Республикабыҙҙың үҙендә сираттағы тапҡыр ошондай кимәлдәге һәм масштабтағы ярыштарҙы ҡабул итеүенә шатмын. Был тағы бер тапҡыр Радий Фәрит улы Хәбиров етәкселегендәге команданың күпләп кеше ҡатнашҡан һәм һөнәри спорт үҫеше өлкәһендә уңышлы эшләүен, кәрәклеи нфраструктураны булдырыу, физик культура һәм спорт күнекмәләрен һәр кем атҡара алырлыҡ итеүе тураһында һөйләй. Ярыштарҙа ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар улар өсөн булдырылған шарттарҙы һәм башҡорт ҡунаҡсыллығын лайыҡлы баһалар, тип ышанам. Йәйге сурдлимпия уйындарында ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға спорт ареналарында үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын һәм ысын спорт оҫталығын күрһәтә алыуын теләйем. Уларға уңыштар һәм еңеү теләйем. Алға, тик алға!”, - тип яҙҙы Рәсәй Дәүләт Думаһының Физик культура һәм спорт буйынса комитеты ағзаһы Рима Баталова. Фото: "Башинформ".