Рәсәй халыҡтарының йолаларын популярлаштырыуға бәйле йыл да үткәрелеп килгән “Мәҙәни шәмбе” акцияһы быйыл балаларҙың традицион уйындарына бағышлана. Шаян уйындар һәр халыҡтың үҙенсәлекле мәҙәниәтендә урын алған, улар көндәлек тормошоң айырылғыһыҙ өлөшө. Уйындар уйнап, балалар ваҡытын күңелле үткәреп кенә ҡалмаған, ә ҡыйыулыҡҡа, таһыллыҡҡа ла өйрәнә. 24-30 июлдә балалар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең боронғо уйындары тураһында белә ала, шулай уҡ үҙҙәре лә ошо акцияға ҡушылырға мөмкин. Ҡатнашыр өсөн үҙең йәшәгән төбәктәге уйындар тураһында ролик төшөрөп, #игрыкдш хештегы ҡуйып, “Бәйләнештә” селтәрендәге шәхси сәхифәлә баҫтырырға кәрәк. Эксперттар уларҙың араһынан иң яҡшы утыҙын һайлап алып, улар "Культурадляшкольников.РФ" порталында баҫыласаҡ. Мәғлүмәт, фото: culture.gov.ru