Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Алыҫ булһаҡ та, барыбыҙ ҙа бергә"

18 июлдә “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәмәғәт ярҙамы штабы майҙансығында Луганск Халыҡ Республикаһы менән туранан-тура бәйләнеш булдырылды. Сарала штаб хеҙмәткәрҙәре һәм “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” әүҙемселәре ҡатнашты. Билдәләп үтергә кәрәк, сараға илдең төрлө ҡалаларынан 15 штаб онлайн тәртиптә ҡушылды. “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостандағы Йәмәғәт ярҙамы штабы етәксеһе Элина Ғатауллина төбәктең Луганск Халыҡ Республикаһына йәмәғәт ярҙамы күрһәтә башлауында һәм дауам итеүендә уңыштар теләне. “23 июндә Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәмәғәт ярҙамы штабы асылды. Бөгөн Луганск Халыҡ Республикаһында штаб асыу тантанаһында коллегаларыбыҙға ярҙам итә алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Алыҫ булһаҡ та, берҙәмбеҙ, бергәбеҙ. Бөгөн йәмғиәттең бындай ярҙамға, илебеҙ һәм республикабыҙ именлеге, үҫеше өсөн ижтимағи файҙалы башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин булған урынға ихтыяжы бар”, – тип билдәләне Элина Ғатауллина. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: bashkortostan.er.ru