Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иҫерек яҡташтарыбыҙ Яңы Уренгойҙа "концерт ҡуйған"

Яңы Уренгой аэропортында транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре дүрт һуҡмыш ирҙе - яҡташтарыбыҙҙы - административ яуаплылыҡҡа тарттырған. Баҡтиһәң, улар осорға әҙерләнгән “Яңы Уренгой - Өфө” самолеты бортына үтергә тырышҡан. Хоҡуҡ боҙоусыларҙың береһе, бортповодниктан самолетҡа индереү йәһәтенән кире яуап ишеткәс, ризаһыҙлыҡ белдерә һәм самолет хеҙмәткәрҙәренә яман һүҙҙәр менән ҡысҡыра башлай. Әйткәндәй, граждандар башта бер-береһе менән таныш булмаған, әммә, алкоголь менән артыҡ мауығып, "дуҫ"ҡа әйләнгән. Тәртип һаҡсылары Башҡортостандан булған 1971, 1978, 1981 йылғы өс ирҙе, Силәбе өлкәһенән 48 йәшлек кешене ҡулға алған. Улар йәмәғәт урынында иҫерек йөрөгәндәре өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ҡайҙа булһаң да, үҙеңде лайыҡлы тотоу мөһим, шул уҡ ваҡытта тыуған яғыңдың намыҫы тураһында ла онотмаҫҡа кәрәктер. Фото: Ксения Калинина (“Башинформ”).