Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Подполковник"ты тыңлап...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһындағы 8-се полиция бүлегенә 35 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул һөнәре буйынса табип. Уяулығы арҡаһында ғына мутлашыусылар ҡорбаны булмай ҡалған. Кискеһен уның телефонына, йәнәһе лә, именлек хеҙмәтенән шылтыраталар. Үҙен подполковник тип таныштырған ир ҡатындың банк иҫәбендә ятҡан аҡсаны кемдер алырға маташыуы тураһында хәбәр итә. Имеш, банк картаһынан аҡсаһын икенсе иҫәпкә күсерергә лә, ошо банкта уның исеменә кредит алырға ла тырыша берәү. Аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн тиҙ арала уны подполковник ебәргән иҫәпкә күсерергә кәрәк һәм кредитты ла үҙ исеменә алып өлгөрөү зарур. Тәүҙә ҡатын уның һүҙҙәренә ышана һәм 916 мең һумға кредит юллай башлай. Унан ҡапыл иҫенә төшә: дауаханаға хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килеп, ошондай схема буйынса мутлашыусылар күбәйеүе тураһында иҫкәртеп киткәйнеләр бит. Ҡатын шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре мутлашыусыларҙың кемлеген асыҡлай, тейешле оператив-эҙләү сараларын үткәрә, енәйәт эше асылған. Фото: 100urokov.ru