Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡатнаш һәм еңеү яула!

23 июндә Бөтә Рәсәй Фән һәм технологиялар ун йыллығы талисманын асыҡлауға конкурс башланды. Унда илдә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн 31 июлгә тиклем үҙ талисман вариантыңды, ҡыҫҡаса хикәйә менән бергә талисман.наука.рф. конкурс сәхифәһенә һалырға кәрәк. Талисман Рәсәй флораһы йәки фаунаһы, тәбиғәт күренеше йәки йәнле әйбер йә уйлап сығарылған персонаж булырға мөмкин. Тик талисманда дәүләт символдарына, тауар билдәләренә, йәмәғәтселек ҡыҙыҡһыныуына, әҙәп һәм әхлаҡ принциптарына ҡаршы килгән элементтарҙы ҡулланырға ярамай. Эште төрлө техникала һәм жанрҙа атҡарырға була. Быға тиклем авторҙар тарафынан һүрәтләнгән геройҙар ҡатнаша алмай. 1 – 31 августа эштәр һайлап алына. Профилле юғары уҡыу йорттары студенттары – ирекмәндәр талисманды конкурс талаптарына тура килеү-килмәүен тикшерә. Оҫталарҙан торған эксперт советы иһә баһалаясаҡ. 5 – 15 сентябрҙә талисмандар өсөн конкурс сәхифәһендә тауыш биреп буласаҡ. Иң яҡшы биш эш еңеүсе исеме өсөн дәғүә итәсәк. Еңеүсе III “Сириус” йәш ғалимдар конгресында билдәләнә. Фото: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.