Найти тему
Башҡортостан гәзите

Туған телеңдә Өфө тураһында һөйлә!

Өфөләге дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары “Туған телеңдә Өфө тураһында һөйлә” тигән проектта ҡатнаша ала. Был проект 2023 йылда Башҡортостандың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү маҡсатында Хөкүмәт ҡарамағында булмаған, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидия биреү конкурсында еңеп сыҡҡан. Балалар һәм йәштәр ҡатнашлығында саралар комплексын үткәреү ҡаралған: "Өфө урамдары исеме" видеороликтар конкурсы, http://www.soborrusbash.ru/ сайтында "Өфө урамдары исеме" модулен булдырыу, "Туған телдә Өфө хаҡында" типп аталған шиғыр уҡыусылар конкурсы, Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә "Беҙҙең ҡала урамдары" исемле театрлаштырылған концерт. Сараның төп маҡсаты - Өфөлә йәшәгән халыҡтар телдәрен, ҡала тарихын һаҡлау һәм үҫтереү. Барлыҡ саралар быйыл сентябрҙә башлана һәм киләһе йылдың июненә тиклем дауам итә. Фото: “Башинформ”.