Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәштәр форумға әҙерләнә

18 июлдә “Йәшлек House” йәштәр киңлегендә Башҡортостан йәштәре делегацияһының ойоштороу йәһәтенән осрашыуы булды. Улар йәштәр сәйәсәтендәге төп ваҡиғала – Волга буйы федераль округының “iВолга” форумында ҡатнашырға әҙерләнә. Төбәк ойошмалары менән бергә сараға барыусылар форумда ҡатнашыуҙың төп мәсьәләләре тураһында һөйләште. 21 июлдә Башҡортостан делегацияһы Һамар өлкәһендәге сара ойоштороласаҡ майҙансыҡта буласаҡ. Йәштәрҙе мауыҡтырғыс белем биреү һәм мәҙәни программа, грант конкурстары көтә. Форум Мастрюков күлдәре эргәһендә автономиялы палаткалар лагеры форматында үтәсәк. Сара 29 июлдә тамамлана. Быйыл Башҡортостан, форумда ҡатнашыуҙан тыш, “Тәрбиә оҫталары” тренинг сменаһын, округ ижади сараларын – Диджейҙар, тағы Халыҡ байрамдары фестивалдәрен ойоштороусы ла. Фото: “iВолга” форумы сайты.