Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Янып үлер ине...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көн дә янғындар теркәлә, ә инде уларҙа кеше ғүмере өҙөлөүе тураһында хәбәр ишетеү икеләтә ауыр. Ғафури районының Ҡурғашлы ауылында булған янғында ла йорт хужаһы ошондай бәләгә тарыр ине, әгәр күршеһе булмаһа... Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан байынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын бөгөн, 20 июлдә, төндә теркәлгән. Ҡотҡарыусылар ярҙамға килгәндә йортто “ҡыҙыл әтәс” ялмап алған булған. Янғында 1955 йылғы ир йәрәхәттәр алған, уны Өфөләге 18-се дауаханаға оҙатҡандар. Ведомствоның тәүтикшереүсеһе белдереүенсә, янғын һүндереүселәр килгәнсе йорт хужаһын күршеһе ҡотҡарып өлгөргән. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Фото: mchsrb