Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иртә менән насар хәбәр килде...

Бөгөн, 20 июлдә, иртәнге сәғәт һигеҙ тирәһендә Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлының 1507-се километрында, Ленин ауылы эргәһендә, “ГАЗель” һәм “Хонгуан” йөк автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә тәүгеһенең водителе алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк булған, икенсе транспортты йөрөтөүсе дауаханаға оҙатылған. Кисә, 19 июлдә, республика юлдарында дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Өфө районында Горнов – Яҡшиван автомобиль юлының икенсе километрында үтеп барыусылар тапалған кешене күргән. Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре билдәһеҙ водителде асыҡлай һәм ҡулға ала. Ул 59 йәшлек урындағы кеше булып сыға. Фаразлауҙар буйынса, ул “Лада Нива” автомобилендә юл ситендә китеп барған ирҙе бәрҙергән. Ошо уҡ көндә иртәнсән Архангел районында Архангел – Тәүәкәс автомобиль юлының туҙынсы километрында 51 йәшлек ҡатын “ВАЗ-2107” рулендә тимер юл аша светофорҙың тыйыу сигналына үтеп, йөк электропоезы менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель ваҡиға урынында һәләк булған, ә 48 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатылған. Иртән Краснокама районында Ағиҙел ҡалаһынан һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта, Лобода күле төбөндә “Шевроле Нива” автомобиле табылған. Уның салонында 43 йәшлек ирҙең кәүҙәһе булған. Бер фараз буйынса, автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән ир балыҡсылыҡ хужалығы йүнәлешендә хәрәкәт иткән саҡта, ниндәйҙер мәлдә билдәһеҙ сәбәпле, күлгә төшөп, батып үлгән. Төндә Дәүләкән районында Александровка – Ҡоръятмаҫ автомобиль юлының икенсе километрында 34 йәшлек водитель идара иткән “Ленд Ровер” юлдан киткә сығып түңкәрелә. Алынған йәрәхәттәрҙән ул шунда уҡ йән бирә. Билдәле булыуынса, ул хәүефһеҙлек ҡайышын бәйләмәгән булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында тәүлек әйләнәһенә ҡыҙыу элемтә телефоны эшләй: 8(347) 279-32-92. Был номерға шылтыратып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙең йәки иҫерек йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы тураһында хәбәр итә алаһығыҙ. Хөрмәтле граждандар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, шул саҡта Хоҙай һеҙҙе аңһыҙ үлемдән аралар. Фото: @bash_gibdd