Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эш урындары уңайлы булһын

Республикала дауаханаларҙы компьютер техникаһы менән йыһазландырыу буйынса эш дауам итә. Өфөләге 21-се ҡала дауаханаһына яңы 40 компьютер комплексы – автоматлаштырылған эш урыны алынды. Быға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур төҙөү программаһы булышлыҡ итте. Автоматлаштырылған эш урыны медицина хеҙмәткәрҙәренә пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙырға, электрон карталар алып барырға, йүнәлтмәләр, льготалы рецептар бирергә, телемедицина консультациялары үткәрергә ярҙам итәсәк. – Яңы автоматлаштырылған эш урындары иҫке компьютерҙарҙы алыштырасаҡ. Яңы ҡорамал йыйнаҡ һәм уңайлы, республика медицина мәғлүмәт системаһы талаптарына яуап бирә, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Ринат Нагаев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.