19 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркында булды. Төбәк етәксеһе был биләмә үҫеше буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе, шулай уҡ “Рәсәй бөркөттәре берҙәмлеге” тематик сменаһы ҡатнашыусылары менән осрашты. Ул 12 – 21 июлдә 270 башланғыс класс уҡыусыһы – “Рәсәй бөркөттәре” төбәк һайлау программаһы еңеүселәре өсөн үткәрелә. Республикала уны “Мәғариф” милли проектының “Рәсәй граждандарында илһөйәрлек тәрбиәләү” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашыралар. Программала ҡатнашыусылар – башланғыс звено уҡыусылары, уларҙың остаздары - өлкән класс уҡыусылары, педагогтар һәм уҡыусыларҙың ата-әсәһе. Дәрестәргә күпләп кеше ҡатнашҡан спорт саралары, оҫталыҡ кластары, команда уйындары ҡарай. Программа республикалағы барлыҡ муниципалитеттарҙан 36 мең уҡыусыны йәлеп итә. Башҡортостан Башлығы балаларҙы сәләмәләне һәм уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. - Беҙ һеҙҙең бында булыуығыҙҙы, файҙалы нәмәгә өйрәнеүегеҙҙе, “Патриот” паркы менән таныша алыуығыҙҙы бик теләгәйнек. Ул сағыу кеше, офицер, Ватан һаҡсыһы Максим Серафимов исемен йөрөтә. Был герой махсус хәрби операция барышында үҙ ғүмере хаҡы менән иптәштәрен ҡотҡарған. Уның исемен мәңгеләштерергә ҡарар иттек, - тине Радий Хәбиров. – Һеҙ мотлаҡ яҡшы уҡырға тейешһегеҙ. Һәм, әлбитә, Рәсәй – беҙҙең Рәсәй тигәнде аңларға тейешһегеҙ. Әгәр кәрәк икән, беҙ уны һаҡларға әҙер булырға тейешбеҙ. Төбәк етәксеһе йәш “бөркөттәр”гә “Патриот”та ваҡытты яҡшы үткәреүҙәрен, яңы белем алыуҙарын һәм дуҫтар араһында ял итеүҙәрен теләне. Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/168084.html