Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Патриот” яугирҙәрҙе уҡытыуға әҙер

19 июлдә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркында булды. Республика етәксеһе уҡыу майҙансыҡтарын ҡараны, “Рәсәй бөркөттәре берҙәмлеге” тематик сменаһында ҡатнашыусылар менән осрашты. Кәңәшмәлә “Альбит” подрядсы ойошмаһы етәксеһе Сергей Минеев төҙөүселәрҙең “Патриот”тың беренсе сиратын тамамлауҙары хаҡында әйтте. Ундағы майҙансыҡта курсанттар өсөн казарма һәм ике тиҙ төҙөлгән торлаҡ модуле, спорт майҙансығы, десант вышкаһы, “Геройҙар уҙышы” ярыштары өсөн трасса, “Партизан ауылы” комплексы бар. Бынан тыш, хәрби техника экспозицияһын урынлаштырғандар, Геройҙар аллеяһын булдырғандар, эргәләге биләмәне төҙәкләндергәндәр. Икенсе сиратта иһә “Патриот”та лекция залына үҙгәртеп буласаҡ ашхананы төҙөйәсәктәр. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм тағы ике торлаҡ модулен күтәрәсәктәр. Эштәр быйыл көҙ тамамланыр тип көтөлә. Шулай итеп, “Патриот” сменаһына 400-гә тиклем бала ҡабул итә. - Пландарыбыҙҙы уңышлы атҡар

19 июлдә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркында булды. Республика етәксеһе уҡыу майҙансыҡтарын ҡараны, “Рәсәй бөркөттәре берҙәмлеге” тематик сменаһында ҡатнашыусылар менән осрашты. Кәңәшмәлә “Альбит” подрядсы ойошмаһы етәксеһе Сергей Минеев төҙөүселәрҙең “Патриот”тың беренсе сиратын тамамлауҙары хаҡында әйтте. Ундағы майҙансыҡта курсанттар өсөн казарма һәм ике тиҙ төҙөлгән торлаҡ модуле, спорт майҙансығы, десант вышкаһы, “Геройҙар уҙышы” ярыштары өсөн трасса, “Партизан ауылы” комплексы бар. Бынан тыш, хәрби техника экспозицияһын урынлаштырғандар, Геройҙар аллеяһын булдырғандар, эргәләге биләмәне төҙәкләндергәндәр. Икенсе сиратта иһә “Патриот”та лекция залына үҙгәртеп буласаҡ ашхананы төҙөйәсәктәр. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм тағы ике торлаҡ модулен күтәрәсәктәр. Эштәр быйыл көҙ тамамланыр тип көтөлә. Шулай итеп, “Патриот” сменаһына 400-гә тиклем бала ҡабул итә. - Пландарыбыҙҙы уңышлы атҡарҙыҡ, әммә артабан барырға кәрәк. Тағы ике бина төҙөмәксебеҙ – уҡыу һәм йәшәү өсөн корпус, йәғни 500-600 бала урынлаша алырлыҡ паркка әйләндерәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Мин бында коммерция хеҙмәттәрен дә күрһәтеү яҡлымын. Мәҫәлән, барлыҡ теләгәндәр өсөн “Геройҙар уҙышы” йәки үҙҙәренеке менән килгәндәр өсөн беспилотниктар менән идара итеү. Өсөнсө сиратта тир төҙөлөр тип көтөлә. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар парк биләмәһендә пейнтбол майҙансығын һәм пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итергә өйрәтеү өсөн зоналар булдырыу перспективалары тураһында һөйләште. Тактик әҙерлек үҙәге белгестәре “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәрен дә уҡытырға әҙер икәнлеге тураһында белдерҙе. Әле ул Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлектә. - Пилотһыҙ авиация өлкәһендәге компетенцияларҙы формалаштырыу буйынса барлыҡ эште вице-премьер - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шильдяев кураторлығына биреү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Бының өсөн ул федераль әҙерлек үтте, - тине Радий Хәбиров. – Алдыбыҙҙа – өс мәсьәлә. Был – пилотһыҙ техника етештереү, операторҙарҙы, наводчиктарҙы уҡытыу һәм дрондарҙы файҙаланыуҙың гражданлыҡ йүнәлеше. “Патриот” паркында Радий Хәбиров “Партизан ауылы” комплексын да ҡараны. Уға штаб, казарма, ҡорал, боеприпастар келәте, ашхана, мунса ҡарай. Был – Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы партизандар ауылдарының йыйылма образы. - Айырым стенд легендар “ҡара генерал” Даян Баян улы Мурзинға арнала. Беҙҙең йәш быуын үҙҙәренең олатайҙарының, ҡартатайҙарының батырлығы тураһында белергә тейеш. Партизан ауылы яугирҙәребеҙҙең дошман тылында нисек йәшәүен һәм һуғышыуын күрһәтә, - тине Радий Хәбиров. Сығанаҡ, фотолар: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/168072.html