Башҡортостанда быйыл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Өфө – Инйәр – Белорет юлының 11 участкаһын ремонтлаясаҡтар. Эштәр Ҡырмыҫҡалы, Белорет райондарында бара. Барыһында бергә 26 километрҙан ашыу юл йүнәтелә. – Өфө – Инйәр – Белорет трассаһы Башҡортостан юл объекттарының терәк селтәре иҫәбенә инә, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. – Был йүнәлеш туристар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Бында ял өсөн бик матур урындар күп, улар республика халҡы өсөн дә, ҡунаҡтарға ла ҡыҙыҡлы. Бөгөн трассала япманы яңыртыу эштәре алып барыла. Шулай уҡ юл ситен эшләү, юл тамғаларын һыҙыу талап ителә. Бөтә эштәрҙе лә 2023 йылдың дүртенсе кварталында тамамлау планлаштырыла. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные и качественные дороги") Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан Рәсәй Президентының “2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы указын тормошҡа ашырыу өсөн эшләнгән. Милли проект бөтә илде тиерлек үҙ эсенә ала, унда 84 субъект һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша. Финанслау - федераль һәм төбәк бюджеттарынан. Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.