Найти тему
Башҡортостан гәзите

Походҡа йыйынһағыҙ...

Ашығыс мәлдәрҙә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә ғәҙәти теркәлеү ҡотҡара алыуын барыһы ла белмәй. Туристик походҡа сығырға яратҡан һәр кем хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә тейеш. Юлда нимә генә булмауы мөмкин – аҙашыуың йәки төрлө йәрәхәттәр алыуың бар. Походта нисек имен йөрөргә? Сәйәхәткә сығыр алдынан маршрутығыҙҙы теркәгеҙ. Быны 10 көн алдан онлайн https://vk.cc/c1CyqO йәки үҙегеҙ ял иткән төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бүлегендә шәхсән теркәргә мөмкин. Датаһын, төркөм составын, ҡатнашыусылар менән бәйләнеш мөмкинлектәрен, ҡорамалдарығыҙҙы һәм төнгөлөккә ял итеү урындарын күрһәтегеҙ. Шулай уҡ Башҡортостанда 112 мобиль ҡушымтаһы эшләй. Ҡушымта аша ваҡиға тураһында хәбәр итергә һәм ярҙам һорарға мөмкин. Уны телефонығыҙға ҡуйыу өсөн һылтанма буйынса үтегеҙ: Android өсөн - https://vk.cc/cloHzx,IOS өсөн - https://vk.cc/cpxzPt. 112 ҡушымтаһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының яңылыҡтары һәм мөһим мәғлүмәттәр менән танышып барырға мөмкин. Турпоходҡа сыҡҡанда төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре - карточкаларҙа. Сығанаҡ: "Аңлатабыҙ_Башҡортостан".