Баймаҡ ҡалаһына яҡын ғына урынлашҡан Мерәҫ һәм Бәхтегәрәй ауылдары бай тарихы, күренекле шәхестәре менән киң билдәле. Уларҙың илһөйәр халҡы, тыуған төйәгенә ныҡлы тамырланып, бәләкәй Ватанын хәстәрләп, ҡурсалап йәшәй. Бәләкәй генә Бәхтегәрәйгә лә ике йыл эсендә күмәкләшеп мәсет төҙөп ҡуйҙылар. Урындағы әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Мерәҫтәге почта бүлексәһе етәксеһе Мәрйәм Нәҙербаева һөйләүенсә, Баймаҡ халҡының бер-береһе, атайсалы өсөн янып йәшәүен йәнә бер ҡат раҫлаған был ғәмәл. “Мерәҫтең иҫке иман йортон һүтеп, материалдарын бында алып килгәйнеләр, — ти Мәрйәм Морат ҡыҙы. — Ирем Сәйет Мөхтәр улы менән уйланып йөрөнөк тә, ойоштороу бурыстарын үҙ иңебеҙгә алып, эште башлап ебәрҙек. Иң тәүҙә ватсап мессенджерында айырым чат асып, ниәтебеҙҙе белдерҙем. Ауылдаштар, әлбиттә, тыуған төйәгендә мәсет төҙөй башлауҙы ихлас хупланы. Дәррәү аҡса йыйҙылар. Был эшкә ситтә ғүмер иткән ауылдаштар ҙа, Бәхтегәрәйҙе ишетеп кенә белгәндәр ҙә, хатта белмәгәндәр ҙә ҡушылды”. Күпмелер аҡса йыйғас, күмәкләп кәңәшләшеп, төҙөлөштө башлап ебәрәләр. Ир-егеттәр дәррәү йыйылып, нигеҙ ҡора, унан күмәкләп йортто күтәрәләр. Артабан дөйөм аҡсаға профнастил алып, ҡыйығын ябып ҡуялар. Барлыҡ эштәр ҙә өмә менән үткәрелә. Бәхтегәрәй менән Мерәҫтең тотош халҡы, эшҡыуарҙары изге ғәмәлгә ҙур өлөш индерә. Улар ғына ла түгел, эргә-тирәләге башҡа ауылдарҙың да, мәҫәлән, Темәстең йүнселдәре ихлас күңелдән ярҙам ҡулын һуҙа. “Өмәгә ҡасан йыйылһаҡ та, берәү ҙә ҡатнашыуҙан баш тартманы. Эшҡыуарҙарыбыҙ, ниндәй генә мәшәҡәтле мәлдәре булмаһын, ярҙам кәрәклеген белеү менән килеп етте, ҡайһы бер нәмәләрҙе үҙҙәренең оҫталарынан да яһаттылар. Заказ биргән төҙөлөш кәрәк-яраҡтарын техникалы ир-егеттәр гел бушлай ташыны, береһе лә хаҡ һораманы. Шулай уҡ, ҡайһы магазинға барһаҡ та, тауарҙы ҙур ташлама менән бирҙеләр. Хатта бушлай тоттороп сығарғандар ҙа булды”, — тип ҡыуанып хәбәр итте Мәрйәм Морат ҡыҙы. Ошолай күмәк көс менән төҙөлә иман йорто. 1 июндә иһә уны асыу тантанаһына ла халыҡ дәррәү йыйыла. “Бер тана һуйып, барлыҡ килгән кешеләргә мул табын ойошторҙоҡ. Уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, һәр ваҡыттағыса, һәр кемде ихлас һыйланы. Байрамға килгән ҡунаҡтар нур бөркөлөп торған мәсетебеҙҙән көс-ҡеүәт алып, уның уңышлы эшләүен теләп, атайсалыбыҙҙың хәстәрлекле ҡулдарҙа икәненә инанып, һөйөнөп таралышты”, – ти Мәрйәм Нәҙербаева. 28 июндә иһә, изге ғәйет көнөндә, Бәхтегәрәй мәсетендә ҡорбан ашы үтә. Был изге ғәмәлде ошо ауыл килене, яугир әсәһе Фәимә Ишморатова ойоштора. Ул ҡорбанлыҡ мал алып, ҡайныһының ихатаһында салдыртып, мәсет биләмәһенә ҡаҙан элеп бешереп, махсус хәрби операция биләмәһендәге һәр кем тыуған яғына имен-аман әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә мосолманлыҡ бурысын үтәй. Ҡорбан ашында ауылдаштар, район хакимиәте ҡарамағындағы Халыҡ ижады үҙәге директоры Миңзифа Нәҙербаева ихлас ҡатнаша, мәсеттең имам-хатибы Рамаҙан хәҙрәт Ямантаев аяттар уҡый, вәғәздәр һөйләй. “Яугир әсәһенең изге ғәмәлен Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен, һәммәбеҙҙең дә теләктәребеҙ тормошҡа ашып, ир-егеттәребеҙ тыуған яғына имен-аман әйләнеп ҡайтып, ҙур-ҙур Ҡорбан мәжлестәре үткәрергә яҙһын”, – ти ауыл халҡы. Илленән ашыу кеше йәшәгән бәләкәй генә Бәхтегәрәйҙә аҙан тауыштары тынмаһын, оло ғәмәлдәре сауап алһын, иншаллаһ! Фотолар Ф. Ишморатованың шәхси архивынан.