Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Шағир көндәлеге” - еңеүсе!

“Шағир көндәлеге” фильмы, тауыш биреү һөҙөмтәһе менән, “Алтын Тәлинкә” төбәк-ара премияһында еңеп сыҡты. Был кинокартина Ischia Global Film фестивалендә Италияла күрһәтелһә, әлеге көндә Бөйөк Британияла барған Lift-Off Global Network фестиваленә һайлап алынған. Ошо көндәрҙә уны тағы ла фильмдың режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов Барнаул ҡалаһының Шукшин кинофестивалендә конкурсҡа тәҡдим итте. Тиҙҙән Ҡырымда күрһәтеләсәк был картинаны Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгендә күреп өлгөргәндәр ҙә инде. Бар Башҡортостан менән төшөрөлгән халыҡ фильмы инде “Үҙ юлым” фестивалендә еңергә, “Тыныслыҡ хаҡына” премияһын алырға, Рәсәй-Италия йәмғиәтенең халыҡ дипломатияһы рәхмәт хатына лайыҡлы булырға өлгөргән. Чита, Чебоксар, Мәскәү кинофестивалдәрендә уңышлы сығыш яһап, донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәгән тамашасыларына ҡарай ҡыйыу барған “Шағир көндәлеге”нә тик уңыштар юлдаш булһын! Фото Б. Йосоповтың сәхифәһенән.