Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Гөлназды нығыраҡ яратам"

Яратҡан артистарыбыҙ Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова һәм уның ҡыҙы Гөлназ Асаеваның яҙмышы күптәргә ҡыҙыҡ. Айырыуса уларҙың ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында белергә теләгәндәр күп. Билдәле булыуынса, Гөлназ Фәдискә үгәй ҡыҙ, ә аралары бик һәйбәт. Үҙенең атаһы Рөстәм Асаев менән дә бөтәһе лә татыу. Иғтибарығыҙға “Татар эстрадаһы” төркөмөнән Фәдис Ғәниев менән бер нисә йыл элек алынған интервьюнан өҙөк тәҡдим итәбеҙ. – Гөлназға ҡарата талапсан була алаһығыҙмы? – Талап иттек инде, унһыҙ баланы үҫтереп булмай бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин үҙ ҡыҙымды үҫтерә алманым. Әле лә аралашмайбыҙ. Бында “Һин ғәйепле”, “Ул ғәйепле” тип ултырыу дөрөҫ түгел. Кем ғәйепле икәнен Аллаһ Тәғәлә хәл бирер, уның алдында яуап бирәһе бар. 2,5 йәшенә ҡәҙәр беҙ бергә булдыҡ. Мин өйҙә булһам, алдымдан төшмәй ине ул. Лиана ул ваҡыттарҙы, әлбиттә, хәтерләмәй. Әммә ул бәйләнеш юғалды һәм ошоға тиклем яйланып китә алмай. Ул балаға мин бары тик матур теләктәремде юллайым. Ысын ҡатын-ҡыҙ бәхетен тойоп йәшәһен ине. Әммә Гөлназға ҡарата яратыу хисе нығыраҡ миндә. Ул минең ҡыҙ түгел тигән уйҙың башҡа ла килгәне юҡ. Яратам, үҙ итәм! Уның өсөн бик борсолам. Аллаға шөкөр, Асаевтар ғаиләһе менән дә мөнәсәбәттәребеҙ яҡшы. Һүҙ ҙә юҡ, үпкәләшеп, талашып йәшәргә лә була. Әммә ғүмер бит бер генә бирелә. Унан үкенеп йәшәүҙән ни рәхәт бар? Был мәсьәләлә беҙ – Рөстәм дә, мин дә аҡыллы булдыҡ. Беҙ бит бер тамырҙан барлыҡҡа килгәнбеҙ. Бер тамыр – ул атай, икенсеһе – әсәй. Бер тамыр менән генә үҫеүе ауыр, береһе менән дә бәйләнештәрҙе өҙөргә ярамай. Аллаға шөкөр, Гөлназды шулай үҫтерә алдыҡ. Атаһы һәм әсәһенең барлыҡ туғандары менән туғанлыҡ ептәрен өҙмәй үҫте. Ул яҡтан Гөлназ бәхетле. Әгәр ҙә ул ептәрҙе өҙҙөргән булһам, ул бала бөгөн миңә ҡарата шундай йылы мөнәсәбәттә булыр инеме икән? Кәримдең тыуыуы – ул Гөлназды ныҡ яратҡанға, уны бәхетле итеү теләгенең көслө булыуы өсөн Аллаһ Тәғәлә бүләгелер тим. Улым миңә ниндәйҙер изгелек ҡылған өсөн ебәрелгән, мин быны һиҙеп торам, – тигән ул. Сығанаҡ: "Татар эстрадаһы".