Ике аҙна дауам иткән “Таҡмаҡ әйтәм. Төш бейергә!” тигән конкурсыбыҙ аҙағына етте. Был ваҡыт эсендә республикабыҙҙың төрлө райондарынан талантлы замандаштарыбыҙҙың сығыштарын ҡараныҡ, ихлас һоҡландыҡ. Конкурс шарты буйынса, иң күп тауыш йыйған өс таҡмаҡсыбыҙ еңеүсе тип иғлан ителде. Беренсе урында - Бүздәк районының Ҡартамаҡ ауылынан Ризида Ғәлимова, икенселә - Миәкә районының Сирәштамаҡ ауылынан Фирүзә Ғибаҙуллина һәм өсөнсөлә - Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылынан Алһыу Мусина. Еңеүселәребеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Моңоғоҙ, һәләтегеҙ, сәмегеҙ менән беҙҙең төркөмөбөҙҙө йәнләндерҙегеҙ, байыттығыҙ. Таҡмаҡсылар бәйгеһендә ҡатнашҡан барлыҡ конкурсанттарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Артабан да арымай-талмай халҡыбыҙҙың ижадын таратығыҙ, күңелдәргә моң, матурлыҡ өләшегеҙ! Бергә булдыҡ, бергә ҡарайыҡ! Конкурстың дөйөм һөҙөмтәләре менән ошо һылтанма буйынса инеп таныша алаһығыҙ: Голосования (vk.com) Фотолар конкурсанттарҙың шәхси архивынан алынды.