Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үлтергән дә... зыяратҡа һөйрәп алып киткән

Быйыл мартта хоҡуҡ һаҡлау органына Дүртөйлө районының Һыуыҡҡул һәм Мәмәдәл ауылдары араһындағы юлда Семилетка ауылынан 51 йәшлек ирҙең мәйете табыла. Уның аяҡтары бәйләнгән, мәйете полиэтиленға уралған була. Тағы яра эҙҙәре теркәлә. Тәфтиш-оператив саралар ваҡытында “Рено Логан” автомобиле һәм ғәйепленең шәхесе асыҡлана. Уның үҙендә – үлгән кешенең ҡан эҙҙәре, машинаһында бау ҡалдығы табыла. Дәлилдәр тупланғас, бер ир үҙенең енәйәт ҡылыуын таный. Баҡтиһәң, 13 – 16 мартта өс кешенән торған компания Һыуыҡҡул ауылындағы ирҙә спиртлы эсемлектәр эсә. 16 мартта ике ир мунсала ла “мәжлес”те дауам итә. Һөҙөмтәлә улар араһында бәхәс сыға һәм беренсеһе икенсеһенең муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ ҡаҙай. Аҙаҡ мәйетте пленкаға урай һәм, ҡараңғы төшкәс, аяҡтарын автмобилгә бәйләп, зыярат яғына йүнәлә. Маҡсаты мәйетте яңы ҡаҙылған ҡәбергә йәшереү була. Тик зыяратҡа барып етә алмай – трос өҙөлә. Һөҙөмтәлә ир, мәйетте юлда ҡалдырып, юҡҡа сыға... Дүртөйлө районының Һыуыҡҡул ауылынан 45 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше тамамланған. Фото: Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.