Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәштәр өсөн әҙәби конкурс!

Республиканың Яҙыусылар союзы йәш һәләтлеләр араһында “Асыш” конкурсын иғлан итә. Ғаризалар 1 июлдән 30 октябргә ҡәҙәр ҡабул ителә. Конкурсты үткәреүгә йәштәр өсөн сығарылған “Шоңҡар”, “Толпар” журналдары ярҙамлаша. Эштәр ике номинацияла – “Проза”, “Поэзия”ла ҡарала. Авторҙарҙың йәше – 18-ҙән алып 40-ҡа тиклем. Конкурсҡа быға хәтлем матбуғатта, интернет сығанаҡтарында баҫылмаған, башҡа конкурстарҙа ҡатнашмаған яҙмалар алына. Тик шәхси сәхифәлә, блогта йәки каналда, шулай уҡ мәктәп гәзиттәрендә баҫылған яҙмаларға ғына ташлама яһалыуы мөмкин. Башҡорт телендәге әҫәрҙәрҙе, “Асыш” тип билдәләп, Shonkar@yandex.ru, татарсаларын tulpar.06@mail.ru адрестарына ебәрергә кәрәк. Эштәр менән бергә фотоны һалырға, бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы, исем-шәрифегеҙҙе, йәшегеҙҙе, уҡыу йәки эш урынын, йәшәгән урынығыҙҙы яҙырға кәрәк. Иң яҡшы тип табылған яҙмалар “Шоңҡар”ҙа һәм “Толпар”ҙа баҫылып сыға. Конкурстың приз фонды – 200 мең һум. Тулыраҡ мәғлүмәтте Яҙыусылар союзының, баҫмаларҙың сайттарында һәм социаль селтәрҙәрендә ҡарарға була. Мәғлүмәт сығанағы, фото: vk.com/litbash