Өфөлә Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисади органдарының коррупцияға ҡаршы форумы дауам итә. Бөгөн ошо сара сиктәрендә Бөтә Рәсәй спартакиадаһы уҙғарылды. Бәйгелә ҡатнашыусылар – Рәсәйҙең федераль округтарының финанс-иҡтисади органдары командалары – йөҙөүҙә, тенниста, волейболда, пуля менән атыуҙа һәм башҡа йүнәлештәрҙә ярышты. Спартакиада федераль округтар һәм төбәктәрҙең, финанс һәм белем биреү ойошмаларының байраҡтары парадынан башланды. Артабан хореография ансамбле “Башҡортостан – ҡунаҡсыл яҡ” тигән номер менән сығыш яһаны. “Башҡортостанда ғына ошондай ҙур тамаша башҡарыла ала, бөтәһе лә зауыҡ һәм оҫталыҡ менән ойошторолған. Бөгөн беҙҙең нисек ойошҡан икәнебеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеге бар”, – тине Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе Роман Артюкин, тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап. Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова үҙ сығышында билдәләүенсә, беҙҙең республикала спортҡа ҙур иғтибар бирелә. “Спорт беҙҙә ысын мәғәгәһендә тормош нормаһы булып тора”, – тине ул. Тантананан һуң республиканың спорт министры Руслан Хәбибов ярыштарға старт бирҙе. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.