Бөгөн Башҡортостандың хәрби комиссариатынан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итәсәк ир-егеттәрҙе махсус хәрби операцияһы биләмәһенә оҙаттылар. Йәмғеһе 40 кеше Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, Ростов өлкәһенә юлланды. Яҙмышын хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләгән ир-егеттәр военкоматҡа иртәнсәк килде. Бында уларҙы көтәләр ине. Медицина комиссияһын улар йәшәгән ерендә үтһә лә, комиссариатта табип менән шәфҡәт туташы һәр береһен ҡарап, анализдар алды. Артабан уларға обмундирование һәм ҡоро паек бирҙеләр. Документтарға бәйле эште теүәлләнеләр. Бөгөн махсус рәүештә социаль яҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостан буйынса суд приставтары хеҙмәте идаралығы белгестәре ҡабул итеү ойошторҙо. Һорауҙары булғандар консультация алды, ғаризалар тултырҙы, кредит мәсьәләрен хәл итеп ҡуйҙы. Был алым хәрбиҙәр өсөн уңайлы: бар эштәрҙе бер урында, ашыҡмай атҡарып ҡуйыу күңел тыныслығы бирә. Башҡортостан хәрби комиссариатының бүлек етәксеһе Сергей Родинко билд