Башҡортостандың 2,5 меңдән ашыу егете Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтә. Киләсәктә улар Оборона министрлығының яңы төбәктәр халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе бер төркөмөн тулыландырасаҡ. Был полктың рәтен тулыландырыусылар араһында Дәүләкән районында тыуып үҫкән “Клин” позывнойлы хәрби ҙә бар. Быға тиклем ул 2022-2023 йылдарҙағы махсус хәрби операцияла доброволец булып ҡатнашҡан. Кесе сержант званиеһында ПМ-120 минометы наводчигы булып хеҙмәт иткән. "2008-2009 йылдарҙа Курил утрауҙарында миномет батареяһында армия хеҙмәтен үттем. ПМ-120 минометы командиры булдым. Махсус хәрби операция иғлан ителгәс, дуҫтарым, хеҙмәттәштәрем менән һөйләшеп, бергәләп Донецк һәм Луганск республикалары ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнашырға булдыҡ. Атай-әсәйем, туғандарым минең өсөн бик ҡайғырҙы, әле лә борсола, әммә ҡарарым менән ризалаштылар. Хәҙер мин икенсегә контракт төҙөнөм инде, Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтәм. Званием - сержант, ПМ-120 миномет батареяһы командирымын", – ти Дәүләкән егете. Уның әйтеүенсә, батальонда 19-ҙан 43 йәшкә тиклемге хәрбиҙәр тупланған. Хәрби әҙерлек үтеү өсөн тейешле кейем, кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгәндәр. Егеттәр үҙ-ара дуҫлашып бөткән, ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә әҙерҙәр, тип яҙа “Асылыкүл” хәбәрселәре. Илһөйәр Кәримова фотоһы.