Быйыл 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөлә беренсе тапҡыр “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары үткәрелә. Әле сараға әҙерлек тулыһынса бара. 18 июлдә Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә һүҙ тап ошо хаҡта барҙы. Был хоҡуҡ Башҡортостанға бирелде Премьер-министр республикабыҙҙың Рәсәйҙәге алдынғы спорт төбәктәренең береһе икәнлеген әйтте. Шуға ла Башҡортостанға йәйге сурдлимпия уйындарын үткәреү хоҡуғы бирелде. Был ҡарар Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡабул ителде һәм унда өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. – Сурдлимпия уйындары, Олимпия һәм Паралимпия уйындары менән бер рәттән, иң абруйлы халыҡ-ара спорт сараларының береһе. Алдыбыҙҙа – бай программа һәм үтәргә тейешле күп мәсьәләләр. Өс меңдән ашыу ҡатнашыусы һәм өс меңгә тиклем көйәрмән килер тип көтөлә, – тине Андрей Назаров. – Рәсәй Спорт министрлығы менән берлектә консолидацияланған смета булдырылған. Дөйөм аҡса күләме – 334 миллион, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 292 миллион, рес