“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына яңы медицина ҡорамалы – видеоколоноскоп алынды. Яңы аппарат ярҙамында күп сирҙәрҙе – сей яраны, полиптарҙы, ялҡынһыныу барышын асыҡларға һәм иртә стадияла дауалай башларға мөмкин. Уның төп өҫтөнлөгө – мәғлүмәтлелек һәм хәүефһеҙлек. – Яңы аппараттың аныҡ һанлы һүрәт биреүе арҡаһында тикшереүҙәрҙең сифаты ла күтәрелә. Видеоколоноскоп табиптарға сирҙе иртә осорҙа асыҡларға ярҙам итәсәк, тимәк, пациенттарҙы тулыһынса һауыҡтырыу мөмкинлеге арта, хатта хирургик әмәлиәттәрҙе ҡулланмайынса ла, – ти дауахананың баш табибы Рәмилә Шәрипова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.