Найти в Дзене

Дорогинды танымаҫһығыҙ ҙа әле!

Ошо көндәрҙә тағы бер матур яңылыҡ билдәле булды: Өфө районының Дорогин ауылында йәмәғәтселек биләмәһе төҙөкләндерелә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ауылдың Пикунов урамындағы йәмәғәтселек биләмәһен төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Бөгөнгә воркаут өсөн ҡоролма, хоккей ҡабы ҡуйылған, биләмәлә асфаль түшәлгән, һуҡмаҡтар һалынған, фонарҙар һәм эскәмйәләр ҡуйылған. Бынан тыш, балалар өсөн уйын ҡорамалдарын, сәхнә ҡуйыу, биләмәне йәшелләндереү планлаштырылған. Тимәк, күптәрҙе спортҡа, тимәк, сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеп буласаҡ. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килде. Төп бурыстарының береһе — ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы йәшәгән урындарын төҙөкләндереү

Ошо көндәрҙә тағы бер матур яңылыҡ билдәле булды: Өфө районының Дорогин ауылында йәмәғәтселек биләмәһе төҙөкләндерелә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ауылдың Пикунов урамындағы йәмәғәтселек биләмәһен төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Бөгөнгә воркаут өсөн ҡоролма, хоккей ҡабы ҡуйылған, биләмәлә асфаль түшәлгән, һуҡмаҡтар һалынған, фонарҙар һәм эскәмйәләр ҡуйылған. Бынан тыш, балалар өсөн уйын ҡорамалдарын, сәхнә ҡуйыу, биләмәне йәшелләндереү планлаштырылған. Тимәк, күптәрҙе спортҡа, тимәк, сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеп буласаҡ. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килде. Төп бурыстарының береһе — ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы йәшәгән урындарын төҙөкләндереү мәсьәләләрен яйға һалыуға әүҙем йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Фото: Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.