Найти тему
Башҡортостан гәзите

"12 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде"

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") сиктәрендә “Стимул” прораммаһы буйынса федераль аҡсаларҙы йәлеп итеүҙә алдынғылыҡты биләй. Был программа буйынса республикаға 12 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленеүен билдәләне төбәк Хөкүмәте ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров. Уның белдереүенсә, программа сиктәрендә Башҡортостанда Өфөлә, Октябрьскийҙа, Салауатта һәм Өфө районында 12 объект төҙөлә. Уларҙың өсәүһен быйыл файҙаланыуға тапшырыу ниәтләнә. "Федераль мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, республика касса үҙләштереүе кимәле буйынса “йәшел зона”ла иҫәпләнә һәм илдең барлыҡ төбәктәре араһында 12-се урынды биләй. Был программа буйынса федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү йәһәтенән Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә, республикаға 12 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде", - тине Андрей Назаров. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты 7,5 меңләп ҡала һәм муниципалитеттарға ҡағыласаҡ. Уның төп маҡсаттарының береһе – торлаҡ төҙөлөшө күләмен йылына кәмендә 120 миллион квадрат метрға тиклем арттырыу. Фото: "Башинформ".