Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “РусГазДобыча”(“Газпром нефтехим Салауат” идарасы компанияһы) акционерҙар йәмғиәте генераль директорының власть органдары, бүлендек һәм буйһоноулы йәмғиәттәр менән эш итеү буйынса урынбаҫары Виктор Будилов менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыуҙа "РГД эшкәртеү Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең – “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең идарасы компанияһына яңы етәксе итеп ҡуйылған Сергей Кращук менән таныштырҙылар. Ике яҡ та шулай уҡ артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса фекер алышты. “Газпром нефтехим Салауат” – беҙҙең сәнәғәт маяҡтарының береһе. Уға тармаҡ буйынса юғары белдеклелеккә эйә һөнәрмән идара итәсәген күреү ҡыуаныслы. Үҙ яғыбыҙҙан беҙ йоғонтоло хеҙмәттәшлеккә һәм берлектәге эштең көнүҙәк мәсьәләләрен даими тикшереп барырға әҙербеҙ”, – тине Радий Фәрит улы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.