Рәсәйҙең Спорт министрлығында йәйге сурдлимпиада уйындарына әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе үтте. Халыҡ-ара сара 2023 йылдың 23 июленән 2 авгусына тиклем Өфөлә үтәсәк. Рәсәй Федерацияһы спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов рәйеслегендәге ултырышта Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов, Һаңғырауҙар өсөн спорт Федерацияһы Дмитрий Ребров, Бөтә Рәсәй спорт федерацияһы президенты һәм “РК-Спорт” генераль директоры Сергей Москвитин ҡатнашты. Кәңәшмәлә Уйындарға әҙерлек тураһында һүҙ барҙы һәм айырым иғтибар талап иткән мәсьәләләрҙе тикшерелде. Одес Байсолтанов билдәләүенсә, Рәсәй йыйылма командаһы ярышҡа планлаштырылғанса әҙерләнә. Илебеҙ исеменән 495 спортсы сығыш яһаясаҡ. Ярышта бөтәһе 30 илдән 2000-дән ашыу спортсы ҡатнаша. Уйындарҙы асыу тантанаһы 24 июлдә "Өфө-Арена"ла үтә. Белешмә: “Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпиада уйындары Өфөлә 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем үтәсәк. Ярыш программаһы 21 дисциплинаны үҙ эсенә ала: бадминтон, баскетбол, боулинг, велоспорт — тау велосипеды, велосипедта йөрөү, юл, волейбол, пляж волейболы, гандбол, гандбол, грек-рим көрәше, дзюдо, карате, өҫтәл теннисы, йөҙөү, пуля менән атыу, самбо, ориентирлашыу, теннис, тхэквондо, футбол һәм башҡаһы. Сара Өфөнөң 13 спорт объектында үтәсәк. Уйындарға 500-ҙән ашыу судья, 50 ым-ишара теле тәржемәсеһе һәм 200 ирекмән йәлеп ителәсәк. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәсәй Федерацияһы спорт министтрылығы сайты.