Проект үҙенең биш йыллығын билдәләгәндә йылдың төп сараһы – Ҡалаларҙың үҫеше һәм һанлы трансформацияһы буйынса 4-се халыҡ-ара форумды уҙғарыу бурысы Өфөгә ышанып тапшырылды. Был сара 26-28 июлдә Башҡортостандың иң яҡшы майҙансығы - “Торатау” конгресс-холында үтәсәк. "Заман үҙ-ара бәйләнештең яңы формаларын талап итә. Форумдың эше ғәмәлгә ашырылған проекттар өлгөләрен ҡарауға ҡоролоуы мөһим тип уйлайым", - тине Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм коммуникациялар министры Мәҡсүт Шадаев. Форумдың эшлекле программаһы унда ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға ҡалалар үҫеше, һанлы технологиялар өлкәһендә Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттарҙан яңы белем, тәжрибә алырға мөмкинлек бирәсәк. - “Аҡыллы ҡала” форумы халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашыу, дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн үҙ-ара бәйләнеш булдырырға ярҙам итәсәк. Былар барыһы ла граждандар һәм дәүләттең үҙ-ара бәйләнеш механизмын ябайлаштырырға, булған ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә юл асасаҡ. Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы ла эксперт