Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә “Сириус” фәнни-технологик университеты эше һөҙөмтәләре тураһында һөйләштеләр. - Йома “Сириус” федераль биләмәһендә кәңәшмә һәм бер нисә осрашыу үткәрҙек. Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының фәнни-технологик ярҙам итеү мәсьәләләре ҡаралды. Беҙгә “Сириус” тың һөнәри компетенциялары һәм тәжрибәһе Өфө кампусы менән уның эшмәкәрлегенең фәнни-белем биреү йөкмәткеһе араһында системаны барлыҡҡа килтереү өсөн кәрәк. Республика Хөкүмәте менән “Һәләт һәм уңыш” мәғариф фонды араһында инновациялы мәғариф мөхите өлкәһендә килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Берҙәм программалар тураһында һөйләштек. Был хаҡта тулыраҡ мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне. Төбәк делегацияһы өсөн “Сириус” университетында университеттың лаборатория комплексы буйынса экскурсия ойошторолдо һәм “Сириус”, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге араһында идара итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә булды. “Сириус” федераль биләмәһе сове